“КРОВЛЯ”, битум һәм битум-полимерҙан түбә һәм гидроизоляция материалдары етештереү пр‑тиеһы. Учалы ҡ. урынлашҡан. Составына “Ҡатырға һәм Көплөк” (2000 й. нигеҙләнгән), “СтройМинерал заводы” (2001), “Урал-Себер Түбә Компанияһы” (2004) бүлендек ЯСЙ‑лары ингән. 2006 й. 400 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған.

1969 й. ойошторола, 1975 й. Учалы ҡатырға-рубероид з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1991 й. алып “К.” ҠП, 1995 й. — ААЙ.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке