КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ ҺЫМАҠТАР (Lycopodiophyta), ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы үҫемлектәрҙең боронғо бүлеге. Көкөрт үләне һымаҡтар һәм беҙъяпраҡ һымаҡтар кластарын берләштерә. Яҡынса 1300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда көкөрт үләне һымаҡтар класынан 5 төр үҫә. Мәңге йәшел, тигеҙ йәки төрлө споралы күпйыллыҡ үләндәр, һирәгерәк ярым ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары түшәлеүсән, һирәгерәк уралыусан, үрмә йәки төҙ, остары күтәрелгән, тигеҙ булмаған сәнскеле, ҡайһы бер К.ү.һ. — ябай. Япраҡтары ҡаты, яңғыҙар һеңерсәле, ваҡ, беҙ кеүек, һирәгерәк ланцет формаһында, беҙъяпраҡ һымаҡтарҙа — айырылып торған телсәһе бар. Япраҡтарының урынлашыуы спираль формаһында йәки күп рәтле, спорофилдарҙыҡы — тығыҙ түгел (һирәк осраҡта башаҡтарға йыйылған). Спорангиялары яңғыҙар, йомро йәки овал формаһында, спорофилдарҙың өҫкө яғында барлыҡҡа киләләр, беҙъяпраҡ һымаҡтарҙа — эре, ярылы япма м‑н ҡапланған. Тәрәндә үҫкән һыу К.ү.һ. спорангия урынында йәш үҫемлектәр үҫешә. Споралары шунда уҡ йәки һибелгәндән һуң 3—8 йыл үткәс үҫеп сыға. Ер өҫтө, ер аҫты йәки яртылаш ер аҫты гаметофиттары, автотроф йәки микотроф рәүештә туҡланалар, архегониялары (инә енес ағзалары) һәм антеридиялары (ата) уларҙың өҫкө яғында урынлашҡан, бер йәки ике енеслеләр (был осраҡта антеридиялар иртәрәк өлгөрә). Сперматозоидтары ғәҙәттә ике ҡамсылы, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр араһында иң ваҡтары. Күпселек К.ү.һ. вегетатив юл м‑н үрсеүе заттың бер нисә өлөшкә тарҡалыуы аша тормошҡа ашырыла; күп осраҡта үрсеү бөрөләре һәм төйөрсәләр барлыҡҡа килтермәйҙәр. Суҡмар көкөрт үләне ҡарағай, бер йыллыҡ К.ү. — ҡара ылыҫлы һәм ҡатнаш, ялпаҡланған дифазиаструм — шыршы‑аҡ шыршы һәм ҡарағай урмандарында, һыу баҫыусан бүре табаны башлыса торф һаҙлыҡтарында, тауҙарҙағы һирәк урмандарҙа үҫә. Башлыса Башҡортостандың Урал алды төньяғында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Декоратив үҫемлектәр, ябай көкөртлөкәй — дарыу үҫемлеге; ликоподий (К.ү.һ. споралары) — балалар һибелмәһе. Составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ябай көкөртлөкәй һәм һыу баҫыусан бүре табаны БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке