КРОВКО Пётр Михайлович (19.12.1911, Чернигов губ. Унеча утары — 13.5.1992, Унеча ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Энгельс ис. Ленинград хәрби-сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1930 й. алып Унеча т. юл ст. эшләй. 1933—37 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. Учалы р‑ны Ахун а. эвакуациялана. 1942 й. алып Воронеж, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 30‑сы уҡсылар корпусы 121‑се уҡсылар див. 383‑сө уҡсылар полкының 1‑се батальон парторгы лейт. К. 1943 й. сент. аҙағында Украина ССР‑ы Глебовка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып К. запаста. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: П.М.Кровко

Текст на русском языке