КОВАЛЬСКИЙ Антон Филиппович [1906, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Урыҫ Һаҫыҡкүле а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 1945 й. февр., Германия]. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Ғафури р‑нының “Ҡыҙыл һабансы” к‑зында эшләй. 1943 й. башлап 1‑се Украина һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исе менә 1‑се гвардия танк армияһы 11‑се гвардия танк корпусы 134‑се гвардия айырым сапёр батальоны сапёры гвардия ефрейторы К. 1944 й. 19 июлендә Украина ССР‑ының Поторица һәм Доброчин аа. янында Көнбайыш Буг й. һәм 23 июлендә Радымно а. (Польша) эргәһендә Сан й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944 й. ғин. һәм февр.) орд. м‑н бүләкләнгән. Урыҫ Һаҫыҡкүле а. К. уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Портрет: А.Ф.Ковальский

Текст на русском языке