“КРИСТАЛЛ” монтаж-технология идаралығы, ААЙ. Элемтә һәм идара итеү системаларын проектлау һәм монтажлау м‑н шөғөлләнә. Сымлы һәм сымһыҙ элемтә, телевизион ҡабул итеү һәм тапшырыу, һаҡ һәм янғынға ҡаршы сигнализация системалары һ.б. өлкәләрҙә эштәр башҡара, кабель телевидениеһы операторы булып тора. Өфөлә урынлашҡан. Мәғлүмәт технологиялары һәм телекоммуникациялар департаменттары (икеһе лә — Өфөлә), Екатеринбург, Ижевск, Йошкар-Ола, Нефтекама, Орск, Өфө (2), Пермь, Силәбе, Ырымбур һ.б. ҡалаларҙа филиалдары бар. 2011 й. 489 кеше эшләгән. Продукцияһын һәм хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиелары һәм халҡы.

1959 й. 8‑се Махсуслаштырылған монтаж идаралығы булараҡ ойошторола, 1966 й. алып Бөтә Союз проект-монтаж тресының Өфө проект-монтаж эштәре идаралығы, 1969 й. — Бөтә Союз “Каскад” ҒПБ, 1977 й. — Үҙәк “Каскад” ҒПБ, 1983 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тие Урал зонаһында тәүгеләрҙән булып “Һайлау” (1995), “Ғәҙел хөкөм” (2004) Дәүләт автоматлаштырылған системаһын ғәмәлгә индерә. 2006 й. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, “Аҡбуҙат” ипподромында һ.б. объекттарҙа эштәр башҡара.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке