КРИСТАЛЛ НИГЕҘ, төрлөсә метаморфланған һәм дислокацияланған ҡатламдарҙан торған геол. платформа нигеҙе. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөнөң К.н. ҡатмарлы төҙөлөшкә эйә һәм көмбәҙҙәр, суҡаҡтар, уйпатлыҡтар, бөгөлдәр һәм грабендар рәтенә бүленә (ҡара: Волга‑Урал антеклизаһы). Тәрән быраулау мәғлүмәттәре б‑са, К.н. блоктарының бер‑береһенә ҡарата күсеүе билдәләнә. Геофизик мәғлүмәттәр б‑са, К.н. өҫтө Урал йыйырсыҡлы өлкәһенә табан ауышҡан, ятыш тәрәнлеге: Башҡортостандың иң көнбайышында 2,5—3 км, Туймазы р‑ны Раевка а. тирәһендә — 8—10, Урал алды бөгөлөнөң үҙәк өлөшөндә — 18—20, Үҙәк Урал ҡалҡыуы районында 8—10 км. К.н. тоҡомдары Туймазы, Баулы, Леонидовка, Серафимовка, Морозовка, Кәпәй‑Ҡобау, Яңы Үрнәк һ.б. разведка майҙандарында 1700—2400 м, һирәгерәк 2800 м тәрәнлектә скважиналар м‑н асылған. К.н. билдәле боронғо тоҡомдары булып архей‑иртә протерозой кристаллы һәүерташтары һәм гнейстары, отрадна һәм оло сирмешән серияларының һелтеле һәм урта метавулканиттары иҫәпләнә. Өҫтә ятҡан сәрмән серияһы субмеридиональ һәм төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле тар теҙмә зоналарға тура килә, ул биотит‑амфибол, амфибол, амфибол‑диопсид кристаллы һәүерташтарҙан һәм биотит‑гранатлы гнейстарҙан тора. К.н. тоҡомдары башлыса өҫкө протерозой һәм фанерозойҙың ултырма ҡатламдары м‑н ҡапланған. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөнөң К.н. Т.А.Лапинская, Е.В.Лозин, И.С.Огаринов, Ҡ.Р.Тимерғәзин, Н.С.Шатский һ.б. тикшерә.

Әҙәб.: Геологическая карта Российской Федерации и сопредельной территории республики Казахстан. 1:1000000 (новая серия). Л. N40(41). Уфа: объясн. зап. СПб., 2002; Кристаллический фундамент Татарстана и проблемы его нефтегазоносности. Казань, 1996.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке