КӨЙӨРГӘҘЕ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 202 кеше; 1959 — 267; 1989 — 148; 2002 — 198; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Көйөргәҙе с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың Ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1941 й. 138‑се йылҡ‑ҡ з‑дының Ферма ҡасабаһына үҙгәртелә. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке