КРИОНИ Николай Константинович (5.9.1953, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ярославль радиозаводында эшләй. 1977 й. алып (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла: 1985 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — уҡытыу идаралығы нач., 2003 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2015 й. алып ректор. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡаты есемдәрҙең үҙ‑ара контактлы бәйләнешенә арналған. К. ҡатнашлығында металдарҙың юғары т‑ра һәм баҫым шарттарында ҡаплаусы ҡаты йөҙҙәр м‑н фрикцион тәьҫирләшеүен билдәләгән триботехник параметрҙарҙы тикшереү һәм билдәләү ысулдары уйлап табыла, “вал-втулка” бәйләнешендә майлағыс ҡаты ҡаплаусы йөҙҙәрҙең триботехник үҙенсәлектәрен һәм эшләй алыуын тикшереү өсөн стенд яһала. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 190‑ға яҡын фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Оптимизация работы высокотемпературных подшипников скольжения с твёрдыми смазочными покрытиями по триботехническим параметрам. М., 2004; Смазки и их применение в машинах и при формообразовании поверхностей в мехатронных станочных системах. М., 2004 (авторҙ.); Покрытия и смазка в высокотемпературных подвижных сопряжениях и металлообработке. М., 2008 (авторҙ.).

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке