КӨЙӨРГӘҘЕ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а. урынлашҡан. 1983 й. Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып Көйөргәҙе тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1996—2006 йй. Милли музей филиалы. Фондта 3000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. б.э.т. 6—2 бб. сармат хәнйәре, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби наградалар коллекцияһы, районда тыуып үҫкән Ғ.Ш.Арыҫланов, С.Ғ.Биктимеров, Х.Н.Ғайсин, М.Ғ.Ҡужаҡов, В.Г.Недошивин, А.И.Хохлов, Х.Х.Хөсәйенов т‑да фото‑ һәм документаль материалдар. Экспозиция “Бөйөк Ватан һуғышы”, “Наҡаҫбаш заказнигы” диорамалары урынлашҡан тарих, мәҙәниәт, этнография, тәбиғәт бүлектәренән тора. Күргәҙмә залы бар.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке