КӨЙӨЛДӨ (Numenius arquata), сәпсеү һымаҡтар отрядының һаралйындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса һәм өлөшләтә субарктик бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 500—1200 г, ҡанатының ҡоласы 80—100 см. Ҡауырһын ҡапламы көлһыу һоро төҫтә, арҡаһының артҡы өлөшө, ҡорһағы аҡ. Башы бәләкәй, суҡышы оҙон, нескә, аҫҡа табан бөгөлгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы оҙон. Енси диморфизм хас: инә ҡоштар эрерәк һәм суҡыштары оҙонораҡ. Моногам. Ояһы — үлән, сыбыҡтар түшәлгән һай соҡор. 4 көрән йәки һоро таплы һарғылт ерән, йәшкелт, һорғолт көрән төҫтәге йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 28—30 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, моллюскылар һәм башҡа умыртҡаһыҙҙар, тәлмәрйен, кеҫәртке, ваҡ кимереүселәр, ш. уҡ еләк, үҫемлек орлоғо, бүлбеһе һәм һуғанбашы м‑н туҡлана. Һыубаҫар туғайҙа, һаҙлыҡта, күлдә, йылға үҙәнендә тереклек итә. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке