КРИЗСКИЙ Владимир Николаевич (16.4.1962, Мәләүез ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005), проф. (2007). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй: 1990—2000 йй. информатика һәм хисаплау техникаһы каф., 2005—09 йй. матем. модель әҙерләү каф. мөдире, 2011 й. алып фәнни эштәр һәм инновациялар б‑са дир. урынбаҫары. 2009 й. авг. — 2011 й. февр. БДУ‑ла программалау һәм иҡт. информатика каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре геофизикала процестарҙың һәм системаларҙың матем. моделен әҙерләүгә, фән, мәғариф, етештереү һәм технология процестарына идара итеү өлкәһендәге мәғлүмәт технологияларына арналған. К. тарафынан потенциаль физик ҡырҙар бүленеүенең, геофизиканың кире структура мәсьәләләренең матем. моделдәре төҙөлә; анизотроп, фракталь мөхиттәрҙең ҡырҙарын иҫәпләп сығарыу, өлкәләрҙең параметрҙарын һәм сиктәрен билдәләү ысулдары, алгоритмдары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: О способе вычисления геофизических полей в кусочно‑однородных средах //Физика Земли. 2009. №10; Математическое моделирование геоэлектрических полей в кусочно‑анизотропных квазифрактальных средах Жюлиа //Вестник Южно‑Уральского государственного университета. Серия: Математическое моделирование и программирование. 2011. Вып.9. №25 (авторҙ.).

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке