КРИВЦОВ Анатолий Иванович (7.12.1933, Үҙәк Ҡара тупраҡлы өлк. Кривцов а. — 8.10.2010, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1975), проф. (1982). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991). СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1983, 1986), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1984). МДУ‑ны тамамлаған (1962). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге металлогенияға, мәғдән ятҡылыҡтарының миҡдарлы моделдәрен төҙөүгә бәйле. Ул мәғдән‑формация анализы нигеҙендә ятҡылыҡтарҙы прогнозлау һәм эҙләү ысулын таба, Башҡ‑н баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын өйрәнә. К. етәкс. Рәсәйҙең экзоген алтынлы һәм платиналы терр‑яһының картаһы төҙөлә; ер аҫтын өйрәнеүҙең Дәүләт программаһы һ.б. әҙерләнә. Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. 330 фәнни хеҙмәт авторы. “Отечественная геология” (“Ватан геологияһы”) ж. баш мөхәррире (1988 й. алып). СССР Дәүләт пр. (1980), РФ Хөкүмәте пр. (2001) лауреаты. Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (2001).

Хеҙм.: Палеовулканизм эвгесинклинальных зон Урала и колчеданообразование. М. 1979; Меднопорфировые месторождения мира. М., 1986; Национальная минерально-сырьевая безопасность, 2000.

И.Б.Серавкин

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Илл.: А.И.Кривцов

Текст на русском языке