АЛКИН 6-сы, Благовар р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 110 кеше; 1939 — 147; 1959 — 97; 1989 — 147; 2002 — 150; 2010 — 148 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Первомайск урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә украин күскенселәре нигеҙ һала, 1985 й. билдәле. Алпауыт Алкин фамилияһы м‑н аталған.

А.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018