КӨЙӘҘЕБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 464 кеше; 1920 — 535; 1939 — 608; 1959 — 675; 1989 — 613; 2002 — 596; 2010 — 618 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Алёшкин исеме (тәүге төпләнеүсе Алексей Артемьев исеменән) м‑н яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Шулай уҡ Майлыбүкән (Мөлли-Бүкән) булараҡ билдәле булған. 1795 й. 36 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 34 йортта — 196 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, сана һәм утын саналары яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Н.В.Ғәлләмова ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке