КРИВОШЕЕВ Игорь Александрович (18.2.1954, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй: 1981—83 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. алып проректор урынбаҫары, 1986—90 йй. бүлек мөдире, 2001—03 йй. ғилми‑тикшеренеү эштәре идаралығы нач., 2006 —14 йй. авиация двигателдәре ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2001 й. алып ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге двигателдәрҙе һәм энергия ҡулайламаларын автоматлаштырылған рәүештә проектлауға, уларҙың эш башҡарыу процестарының моделен әҙерләүгә арналған. К. тарафынан көрәксәле машиналар теорияһын үҫтереүгә һәм уларҙы иҫәпләп сығарыуға өлөш индерелә, ҡаты яғыулыҡлы ракета двигателдәрендәге эш башҡарыу процесына идара итеү, двигателдәрҙе оҡшатып моделләү ысулдары һ.б. эшләнә. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.); Автоматизация проектирования двигателей на стадии ОКР. Технология и средства функционального проектирования. М., 2010; Модели и методы создания интегрированной информационной системы для автоматизации технической подготовки и управления авиационным и машиностроительным производством. М., 2011 (авторҙ.).

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке