КӨЙӘҘ ТУРҒАЙҘАР (Sylviidae), турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 40 заты, 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ершарында таралған. Башҡортостанда 5 затҡа ҡараған 22 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 10—25 см, ауырлығы 30 г тиклем, ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, көйәҙ турғайҙарҙың өҫтөнлөк иткән төҫө һоро, һоро-ҡуңыр, килейектеке — һоро, ҡара-һоро (ата ҡарабаш килейек — ҡара) башлыҡлы, ҡорһағы аҡһыл (һаҙ килейегенеке — йәшкелт һары төҫмөрлө); һарыҡаштарҙыҡы — йәшкелт-ҡуңыр, ҡуңыр (теңкелдәк төйөттөкө йәшкелт төҫмөрлө, сипылдаҡ төйөттөкө — йәшкелт, ҡашы һары), ҡорһағы аҡ (төйөттөкө — ҡуңыр-аҡ, һарғылт төҫмөрлө). Әберсә турғайҙары йәшкелт һары, һарғылт һоро төҫтә, ҡорһағы һарғылт йәки аҡһыл, охра төҫөндәге ҡуныҡлы; ҡамыш турғайҙары ҡуңыр, ҡуңыр-зәйтүн төҫөндә, ҡорһағы аҡһыл, ян-яҡтары охра йәки ерән төҫтә; безелдәктәр ҡуңыр-зәйтүн төҫөндә, ҡарағусҡыл сыбар һыҙаттары бар, ҡорһағы ҡуңыр-аҡ йәки һарғылт төҫтә. К.т. башы бәләкәй, суҡышы нескә, беҙ формаһында, ҡайһы берҙә аҫ яҡҡа табан бөгөлгән. Ҡанаты ҡыҫҡа, түңәрәкләнеп бөтә. Күпселек төрҙәрҙең ҡойроғо тура, баҫҡыслы йәки уйымлы. Аяғы бәләкәй. Моногам. Ерҙә, ағас башында, үләндә парлашып оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 3—8 сыбар йәки аҡ төҫтәге (таплы) йомортҡа һала. Ҡоштарҙың икеһе лә йәки инә ҡош 12—15 көн баҫа. Бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, ҡайһы берҙәре үҫемлек емештәре м‑н туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке