КРИВОШЕЕВ Александр Сергеевич (25.1.1964, Стәрлетамаҡ ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1990 й. башлап Математика ин‑тының өлкән, 1995 й. — төп ғилми хеҙм‑ре, 1997 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2000 й. алып баш ғилми хеҙм‑ре һәм 1996 й. алып БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге комплекслы анализ проблемаларына арналған. К. тарафынан төрөлөү операторҙары, бөтөн һәм плюрисубгармоник функциялар теорияһының байтаҡ классик мәсьәләләре, ш. иҫ. комплекслы яҫылыҡтың ҡабарынҡы өлкәләрендәге төрөлөүҙең тиң булмаған тигеҙләмәләрен сығарыу, инвариант арауыҡсалар өсөн фундаменталь принцип проблемалары, функцияларҙың төп инвариант арауыҡсаларҙан дауам ителеү проблемаһы тулыһынса хәл ителә. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

И.Х.Мусин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке