КӨҘӨЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Көҙөй а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 87 кеше; 1939 — 239; 1959 — 3017; 1989 — 2800; 2002 — 2867; 2010 — 3091 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылда Башҡортостан керамика заводы, “Башкирэнерго” АЙ‑ның 40‑сы цехы урынлашҡан. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 1906 й. һәм 1913 й. араһында Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлының Көҙөй разъезы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1917 й. 13 йортта 68 кеше йәшәгән. К. артабанғы үҫеше керамика з‑ды төҙөлөүгә бәйле. 1949 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба (К. эсенә Таутөмән кирбес з‑ды ҡасабаһы ингән); 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. А.М.Смыслов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке