КРИВОШЕЕВ Андрей Николаевич (20.10.1970, Салауат ҡ.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2004). БДПИ‑ны тамамлаған (1994). “Нефтехимик” спорт комб‑ты (Салауат), Профсоюздар спорт йәмғиәте, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (тренеры М.Һ. Бикмөхәмәтов) тәрбиәләнеүсеһе. 5000 һәм 10000 м йүгереүҙә Донъя кубогы этабы (1997) һәм Бөтә донъя универсиадаһы (1991) еңеүсеһе, СССР кубогын яулаусы (1991), Рәсәй чемп. (2 тапҡыр, 1997), Бөтә донъя универсиадаһының көмөш призёры (1991), күпбәйгелә Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (1992, 1995, 1998). 3000 м йүгереүҙә үҫмерҙәр араһында СССР беренселеге еңеүсеһе һәм СССР рекордсыһы (1985). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1998). СССР (1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) йыйылма командалары ағзаһы. 2008 й. алып 24‑се ДЮСШ (Өфө) дир., бер үк ваҡытта 2010 й. башлап конькиҙа шыуыу спорты б‑са БР йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке