КРИВОРОТОВ Михаил Павлович [10.9.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 18.2.1943, Әстерхан ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Благовар р‑нының БашҮБК ис. с‑зында эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 21‑се армия 1‑се танк бригадаһы 1‑се танк полкының өлкән механик-водителе рядовой К. 1941 й. 1 окт. Украина ССР‑ы Штеповка а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1941). Благовар р‑ны Троицкий а. урамға К. исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: М.П.Криворотов

Текст на русском языке