КРИВОНОГОВ Виктор Петрович (10.4.1933, Горький крайы Щедровка а. —31.10.2004, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1997). Горький политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) Өфө химия з‑дында смена нач., 1964 й. алып Органик химия ин‑тында: 1980—88 йй. лаб. мөдире, 1997 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре көкөрторганик берләшмәләрҙең, һыҙыҡлы һәм циклик олигомерҙарҙың синтезы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, иммуномодуляторҙар, экстрагенттар сығарыуға арналған. К. тарафынан яңы иммуномодулятор — оксиметилурацил алыу технологияһы уйлап табыла, уны сәнәғәт кимәлендә етештереү үҙләштерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 61 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Синтез и иммунотропная активность производных пиримидина. Сообщение 4. Синтез, иммунотропная и противовоспалительная активность пиримидиновых ациклонуклеозидов //Химико‑фармацевтический журнал. 1997. Т.31. №12 (авторҙ.); Аминометилирование пиримидинов //Журнал органической химии. 2000. Т.36. Вып.8 (авторҙ.).

Ф.А.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке