АЛКИН 2‑се, Алкин гарнизоны, Шишмә р‑нындағы ауыл, Лесной а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 3 км, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлынан 1,5 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. — 5020; 2010 — 4996 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). А. 2‑се авторемонт з‑ды, махсус кейем тегеү комб‑ты эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, Офицерҙар йорто бар.

1933 й. Авдон, Александровка, Андреев, Горнов, Дибин, Ивановка, Иҫке Панков, Либин, Малявин, Михайловка, Опто һәм Фёдоровка ауылдары урынында 4‑се Башҡорт терр. уҡсылар полкы ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. 1990 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. ауыл статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018