КРИВОВ Тимофей Степанович (21.2.1886, Һамар губ. Иҫке Ерёмкин а. — 16.8.1966, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. 1902 й. башлап Өфө т. юл оҫтаханалары, 1906—07 йй. Златоуст ҡ. паровоз депоһы слесары. 1905—07 йй. РСДРП‑ның Өфө хәрби дружинаһы ағзаһы, 1908—17 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына. 1917—18 йй. Өфө ҡала хеҙмәт биржаһы мөдире, Өфө губерна эшсе һәм һалдат депутаттары советы башҡарма ком‑ты, Өфө губерна революцион комитеты, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабы, РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты ағзаһы. 1919 й. Бишенсе армия штабында сәйәси хеҙм‑р, авг. алып Өфө губерна революцион ком‑ты рәйесе. 1920 й. башлап РКП(б) ҮК‑ның Урал бюроһы секретары. 1922 й. алып РКП(б) ҮК‑на ағзалыҡҡа кандидат, 1923 й. — ВКП(б) ҮК аппараты хеҙм‑ре. 1927 й. башлап Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының халыҡ комиссары урынбаҫары, 1934 й. — баш арбитр, 1936 й. РСФСР‑ҙың финанс халыҡ комиссары урынбаҫары. 1936—40 йй. СССР‑ҙың коммуналь пр‑тиелары хеҙм‑рҙәренең проф. союзы рәйесе. 1921—22 йй. һәм 1923—34 йй. ВКП(б)‑ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1955, 1966). Чебоксарҙа урамға уның исеме бирелгән.

Хеҙм.: Из воспоминаний о 1917 годе //За власть Советов. Уфа, 1961; В ленинском строю. Чебоксары, 1969.

Әҙәб.: Узиков Ю.А. Посланцы В.И.Ленина в Башкирии. Уфа, 1984.

Портрет: Т.С.Кривов

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке