КРЕЦУЛ Олег Васильевич (21.5.1975, Кишинёв), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). 2001—12 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.П.Глигор, В.А.Пегов). Күреү б‑са инвалидтар араһында Паралимпия уйындары чемп. (2008) һәм көмөш призёры (2004), донъя чемп. (2002—03, 2007, 2010), Донъя кубогын яулаусы (2001), Европа (2001, 2005, 2009) һәм Рәсәй (2001—06) чемп., донъя (2006) һәм Европа (2007, 2011) чемпионаттарының көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001 й. алып). Дуҫлыҡ (2009), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2008) һәм Салауат Юлаев (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке