КӨҘӘНДӘР, һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. 3 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө бар: урман К., йәки ҡара К., һәм дала К., йәки аҡ К. Кәүҙә оҙонлоғо 29— 52 см, ауырлығы 570—960 г. Кәүҙәһе оҙонса, һығылмалы. Йөнө ҡабарынҡы, асыҡ, һарғылт көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем, мамығы асыҡ төҫтә, шырт йөнө һығылмалы. Мороно оҙонса, ҡарағусҡыл һәм аҡһыл таплы, ҡолағы түңәрәк. Аяғы ҡыҫҡа, бармаҡта йөрөй, тырнағы оҙон, осло. Ҡойроғо 7—18 см оҙонлоҡта, бер аҙ ҡабарынҡы, ҡарағусҡыл (дала К. — асыҡ төҫтә, осонда ҡара көрән табы бар). Аналь биҙҙәре яҡшы үҫешкән, ҡырҡыу еҫле секрет бүлеп сығара. Полигам. Енси яҡтан 10 айҙа (дала К.) йәки 2 йылда (урман К.) өлгөрә. Йылына 1 тапҡыр 4—6 (һирәгерәк 1—18) бала тыуҙыра. 6—12 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ваҡ кимереүселәр, ҡайһы берҙә ҡош, йылан, тәлмәрйен, умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡлана. Урман К. ҡатнаш һәм япраҡлы урманда, урман ситендә, ҡырҡындыла, йырындарҙа һәм һыу ятҡылығының ярында, дала К. респ. бөтә терр‑яһында далала һәм болондарҙа осрай. Башҡортостанда 1990—2008 йй. Иглин йәнлекселек хужалығында алтынһыу типтағы К. үрсетелә. К. хужалыҡ өсөн файҙалы сифаттары Аграр университетта (Л.В.Герасимова, Р.М.Мөҙәрисов, Е.К.Хөснөтдинов) һәм Ауыл хужалығы институтында (Н.Г.Фенченко) өйрәнелә. К. — ҡиммәтле тиреле һунар йәнлектәре, кимереүселәрҙең һанын ккөйләйҙәр, ҡотороу ауырыуы, скрябингилёз тыуҙырғыстарын таратыусылар.

Әҙәб.: Аристов А.А., Барышников Г.Ф. Млекопитающие фауны России и сопредельных территорий. Хищные и ластоногие. СПб., 2001; Герасимова Л.В., Фенченко Н.Г. Биологические и хозяйственно полезные признаки хорьков в условиях клеточного разведения. Уфа, 2008.

Р.М.Мөҙәрисов, А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке