КӨҘӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: бүләкәй-К., ҡыр-К., төрөкмән-К., урман-К., шайтан-К. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтайҙың төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Көҙәй” этнонимы ҡырғыҙҙарҙа, туваларҙа билдәле. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙағына ҡәбилә Һырдаръя һәм Арал буйы далаларына күсенә. 9—12 бб. көҙәйҙәр Ыҡ һәм Минзәлә йй. (Кама й. басс.) буйҙарына күсеп ултыра, бында улар бөрйән, түңгәүер, үҫәргән ҡәбиләләре йоғонтоһонда була. 13—14 бб. Ағиҙел й. һул ярын биләйҙәр, 14 б. аҙ. ҡыпсаҡтар ҡыҫымы аҫтында Ағиҙелдең урта ағымына һәм Өфө й. тамағына күсеп, мең ҡәбиләһе янында төпләнәләр. 15 б. башында ҡәбиләнең бер өлөшө Өфө й. түбәнге ағымында төпләнә; ҡалғаны — Эҫем й., һуңыраҡ Ләмәҙ һәм Йүрүҙән йй. буйына күсеп ултыра, бында улар ҡыуаҡан, мырҙалар, әйле ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Көҙәй улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, бында 18 б. уртаһында 475 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. К. ҡәбиләһе йәшәгән терр‑я Верхнеурал өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 3‑сө (артабан 4‑се, 5‑се), 6‑сы (7‑се), 7‑се (8‑се, 9‑сы) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡараған. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я Белорет, Благовещен, Иглин, Нуриман, Салауат р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке