КӨБӘКӘЕВ Тимерәй Көбәкәй улы [1919, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Төлдө а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 15.1.1943, Ростов өлк. Донской ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡалтасы р‑нының В.И.Ленин ис. колхозында, 1940 й. алып “Пермь-сплав” тресында эшләй. 1942 й. башлап Көньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия армияһы 6‑сы гвардия уҡсылар корпусы 44‑се гвардия уҡсылар див. 130‑сы гвардия уҡсылар полкының автоматсылар взводы ком. гвардия кесе сержанты К. 1943 й. 15 ғин. алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Ҡалтасы р‑ны Төлдө һәм Ҡалтасы аа. К. һәйкәл ҡуйылған, тыуған ауылындағы урта мәктәпкә уның исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.У.Казина

Илл.: Т.К.Көбәкәев

Текст на русском языке