КОШЛЯК Владислав Александрович (20.10.1933, Украина ССР‑ы Верхний ҡсб — 16.12.2004, Өфө), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (2004). РФ Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2001). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) Новосибирск геофизика тресында эшләй. 1960 й. алып “Башнефтегеофизика” тресының өлкән инженеры һәм өлкән геофизигы, 1964—69 йй. “БашНИПИнефть” ин‑тының сектор етәксеһе, 1973 й. — өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1975 й. — “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһының лаб. һәм бүлек мөдире, 2001 й. — баш геологы. 1969—73 йй. Алжирҙа, 1991—2001 йй. Вьетнамда эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге коллекторҙарҙы өйрәнеүгә, Башҡортостандың, Көнбайыш Себерҙең һ.б. һыуланған ятҡылыҡтары ҡатламдарының эшләнешен һәм нефть биреүсәнлеген промысла геофизикаһы ысулдары м‑н баһалауға бәйле. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Оценка ёмкостных свойств коллекторов радиоактивными методами. М., 1988 (авторҙ.); Гранитоидные коллекторы нефти и газа. Уфа, 2002.

М.В.Семёнова

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке