АЛКИН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында, Куйбышев т. юлында (Дим—Шишмә участкаһы), Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 105 кеше; 1939 — 105; 1959 — 1101; 1989 — 250; 2002 — 244; 2010 — 261 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

1895 й. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст т. юлын (хәҙ. Куйбышев т. юлы) төҙөгән ваҡытта Алкин разъезы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. А. а. (105 кеше) һәм А. разъезы ҡасабаһы (75 кеше) иҫәпкә алынған. 50‑се йй. алып А. станцияһы ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 2005 й. ауыл статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке