КОЧКАРЬ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙе терр‑яһындағы Һәнәр һәм Өйәлкә йй. (Уй й. ҡушылдыҡтары) араһында урынлашҡан. Сауҙагәр П.Е.Бакакин Ырымбур казак ғәскәре ерҙәрендә һибелмә ятҡылыҡ асҡандан һуң 1844 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1845) эшләй. Иң ҙурҙары: Андреев, Гаврилов-Архангел, Екатерина, Каменно‑Александр, Успенск. Хужалары: Бакакин, А.Рязанов, ағалы‑ҡустылы Подвинцевтар Е.П.Зеленков, Е.М.Симонов, Ф.Е.Ятес һ.б., 1897 й. башлап Кочкарҙағы франк‑бельгия Аноним алтын промыслалары йәмғиәте, 1899 й. — франк‑бельгия Урал‑Троицк приискылары йәмғиәте, Көньяҡ Урал Аноним тау сәнәғәте йәмғиәте, 1917 й. авг. — Кочкарь промыслалары Урыҫ акционерҙар йәмғиәте, 1917 й. һуң К.а.п. национализациялана. Каменно‑Павлов приискыһы 1845 й. нояб. (1845—94 йй. 1438,9 кг алтын сығарыла), Успенск приискыһы 1851 й. (1851—94 йй. — 419,3 кг) эшләй башлай. 1845 й. ҡарата 7 прииск (йылына 196 кг алтын табыла), 1857 й. — 67 прииск (1015 кг), 1889 й. — 152 прииск (754 кг), 1894 й. 300 прииск (1635 кг) эшләй. 1845—97 йй. К.а.п. һибелмә ятҡылыҡтарында бөтәһе 25,5 т алтын сығарыла. 1862 й. Успенск приискыһында (хужаһы Ф.Е.Подвинцев) төп алтын ятҡылығы асыла. 1862—1914 йй. Кочкарь руднигында 25,8 т мәғдән алтыны табыла. К.а.п. ҡул хеҙмәте файҙаланыла, ҡомдо йыуыуҙа ябай хеҙмәт ҡоралдары тотонола. 1870 й. мәғдәнде ваҡлау өсөн суйын катоктар (бегундар) индерелә. 1886 й. Успенск приискыһында Рәсәйҙәге тәүге хлорлау ысулы м‑н алтын сығарыу фабрикаһы төҙөлә, 1889 й. ҡарата бындай заводтар Митрофановка, Екатеринбург, Иҫке Сергеевка, Михаиловский приискыларында һалына; 1895 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1897) Уралда беренсе тапҡыр Митрофанка приискыһында (Зеленков) цианлау ысулы ҡулланыла. 1894 й. К.а.п. 44 алтын йыуыу фабрикаһы була. Хәҙер К.а.п. урынында “Южуралзолото Группа Компаний” ААЙ пр‑тиелары эшләй.

Р.З.Мөҙәрисов, З.И.Гудкова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке