КОЧЕТОВ Иван Данилович (1917 й. июне, Стәрлетамаҡ ҡ. — 15.5.1943, Тверь өлк. Градобить а.), лётчик, гвардия өлкән лейт. (1942). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1938). 1937 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы һауа армияһы 3‑сө гвардия штурмлау авиация див. 70‑се гвардия штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы ком. гвардия өлкән лейт. К. 462 хәрби осошта (1943 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡта урамға К. исеме бирелгән, ул уҡыған мәктәп һәм аэроклуб, эшләгән “Ҡыҙыл пролетарий” ААЙ биналарына, ш. уҡ Новгород өлк. Тулебля а. мәктәп бинаһына К. иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: И.Д.Кочетов

Текст на русском языке