КОЧЕТКОВ Степан Михайлович [14.8.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Васильевка а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 24.9.1984, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейт. (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Могилёв пехота уч‑щеһын тамамлаған (1946). 1941 й. алып Мәләүез р‑нының Ергән МТС‑ында эшләй. 1942 й. башлап Совет Армияһында. 1942 й. июленән Брянск, Үҙәк, Белоруссия фронтарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 6‑сы гвардия уҡсылар див. 10‑сы гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчёты ком. гвардия кесе сержанты К. 1943 й. 29 сент. Украина ССР‑ы Парищев а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) 1979 й. тиклем Мәләүез р‑нының “Прибельский” к‑зында эшләй (1947—50 йй. рәйесе). Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Мәләүез ҡ. урамға бирелгән, Васильевкала Геройға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке