КРӘҪТИӘНДӘР КҮТӘРЕЛЕШЕ (1918—21), совет власы сәйәсәте м‑н риза булмаған крәҫтиәндәрҙең большевиктарға ҡаршы күмәк сығышы (ҡара: Хәрби коммунизм). Тәүге сығыштар 1918 й. март—апр. Бөрө өйәҙендә була (бында халыҡ игенде көсләп тартып алыуҙан айырыуса йонсой); мартта Борай а. ихтилал тоҡана (ҡара: Борай ихтилалы). Ихтилалдың 2‑се тулҡыны (май) июнь уртаһына Бөрө өйәҙенең күпселек улустарын, Өфө өйәҙенең Изге Троица улусын, Златоуст өйәҙенең Нөгөш улусын солғап ала. Совет власының урындағы органдары сәйәсәте (улус советтары эргәһендә хәрби дружиналар һәм революцион трибуналдар төҙөү, аҙыҡ-түлекте тартып алыу, контрибуция һалыу, Ҡыҙыл армияға мобилизациялау һ.б.) сыуалыштар тыуҙыра. Улустарҙа штабтар (ихтилал м‑н етәкселек итеү өсөн) һәм үҙҙәрен Халыҡ армияһының бер өлөшө тип иғлан иткән хәрби дружиналар төҙөлә. Баш күтәреүселәр бер нисә урында аҡ чех частары м‑н бәйләнеш булдырып, улар м‑н бергә ҡыҙылдарға ҡаршы операцияларҙа ҡатнаша. Минзәлә өйәҙен, Бөрө һәм Бәләбәй өйәҙҙәрен, Өфө өйәҙенең бер өлөшөн солғап алған 1920 й. “Ҡарағош яуы” иң ҙуры була. Ихтилалда 26 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декреты башҡ. халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм башҡ. ерҙәрендә законһыҙ рәүештә төпләнгән “ваҡытлыса күсеп килеүселәрҙе” (Беренсе донъя һуғышы осоронда эвакуацияланған урыҫ халҡы) яҡлаған совет власына ҡаршы ҡораллы күтәрелештең төп сәбәбе була (ҡара: Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы). Баш күтәреүселәр ирекле сауҙа итеүгә рөхсәт биреүҙе, Ә.Ә.Вәлидовты һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитетының беренсе составының башҡа ағзаларын Башҡортостанға ҡайтарыуҙы, уларға тулы власть биреүҙе талап итә. Нояб. властар баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәр башлай. 1920 й. 26 нояб. Темәс а. килешеү төҙөлә, унда үҙ ирке м‑н ҡораллы көрәште туҡтатҡан ихтилалда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярлыҡау ҡарала. Шул уҡ йылдың нояб. Үҫәргән кантоны Преображенск улусының продразвёрстка м‑н риза булмаған урыҫ ауылдарында йәшәгән хәлле крәҫтиәндәр баш күтәрә. Ихтилалды баҫтырыуға Ҡыҙыл армияның ғәскәри частары ебәрелә. Алмалы, Ниязйылға, Йомағужа аа. янындағы алыштарҙа баш күтәреүселәр тар-мар ителә. Халыҡ армияһы еңелгәндән һуң, Һамар губернаһында һаҡланып ҡалған Охранюк-Черский отряды килгәс, 1921 й. яҙында Бөрйән-Түңгәүер кантонында, Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонында, Үҫәргән кантонында ихтилалдың яңы тулҡыны башлана. Уға урындағы йәшерен баш күтәреүселәр, ш. иҫ. Ғ.Я.Амантаев һәм Ф.Б.Мәғәсүмов отрядтары ҡушыла. Улар төҙөгән дөйөм сәйәси программаға ярашлы, Рәсәй — буржуаз-демократик респ. һәм унда йәшәгән һәр халыҡ авт. дәүләт төҙөүгә хоҡуҡлы, тип иғлан ителә. Программа халыҡ араһында урыҫ һәм башҡ. телдәрендә таратыла. Стәрлетамаҡ, Ырымбур һәм Силәбе ҡҡ. килгән Ҡыҙыл армияның регуляр частары Охранюк-Черский отрядтарын тар-мар итә. Амантаевтың Бөрйән-Түңгәүер кантоны башҡарма ком‑тына йүнәлтелгән низағты тыныс юл м‑н хәл итеү т‑дағы мөрәжәғәте кире ҡағыла, ул башҡа баш күтәреүселәр м‑н бергә ҡулға алына һәм хөкөмгә тарттырыла.

Әҙәб.: Кулацкие восстания в Башкирии в 1918 году: воспоминание. Уфа, 1933.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке