КРӘҪТИӘН ЙӘШТӘРЕ МӘКТӘПТӘРЕ, СССР‑ҙа агрономик әҙерлек һәм а.х. производствоһын ойоштороу нигеҙҙәре тәрән өйрәтелгән дөйөм белем биреүсе тулы булмаған урта мәктәптәр. 1923 й. 1‑се баҫҡыс мәктәптәр нигеҙендә булдырылалар. 12—18 йәшлек йәштәр ҡабул ителә. Уҡыу курсы 3 йыл була. Уҡыу программаһына дөйөм белем биреү предметтары, а.х. б‑са теоретик курс (аҙнаһына 5—6 сәғәт), уҡыу һәм крәҫтиән (һуңыраҡ коллектив) хужалыҡтарында производство практикаһы инә. Уҡыусылар стипендия ала. К.й.м. ятаҡтары, өйрәнеү участкаһы, а.х. эш ҡоралдары һ.б. була. 1928 й. ш. уҡ киске 1—2 йыллыҡ, 1930 й. — көндөҙгө тиҙләтелгән уҡыулы К.й.м. асыла. 1930 й. колхоз йәштәре мәктәптәренә, 1934 й. тулы булмаған урта мәктәптәргә үҙгәртелә.

БАССР‑ҙа беренсе К.й.м. 1924 й. Шишмә а.х. тәжрибә ст. (ҡара: Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге) эргәһендә асыла. 1925—26 йй. — 7, 1928 й. — 9, 1930 й. 109 К.й.м. эшләй (ҡара: Аҡсәйет урта мәктәбе, Дыуан урта мәктәбе, Миәкә урта мәктәбе №1, Николо‑Берёзовка урта мәктәбе, Оло Ыҡтамаҡ лицейы №1 һ.б.).

Әҙәб.:Сулейманова Л.Ш. Национальные учебные заведения в Башкортостане в первое сорокалетие ХХ века. Уфа, 2000; Алмаев Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев, Л.Ш.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина