КРӘҪТИӘН ЕР БАНКЫҺЫ, 20 б. башы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Совет урамы, 14). Архитектор Друккер проекты б‑са 1906 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908, 1912) төҙөлә. 2 ҡатлы кирбес бина тәүҙә симметрик (төп ишеккә һәм ихатаға табан һуҙылған төп өлөшөнә ҡарата) планда була, бинаның архитектураһында модерн элементтары м‑н бергә эклектизм асыҡ сағыла: сағыштырмаса иркен планлаштырылған, фасадтары матур биҙәлгән, тәҙрәләре төрлө үлсәмдә һәм формала (1‑се ҡатында тура мөйөшлө, 2‑сеһендә аркалы; төп ишек башындағы тәҙрәләр башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ). Төп фасадты сатыр рәүешендәге 8 ҡырлы башня, бинаның өҫкө өлөшөндәге асыҡ йәшел ялтырауыҡлы плитка һәм уның фонында айырылып торған аҡ декоратив аркалар рәте, беренсе ҡаттағы ҡырсынташлы рустика, сәскәле орнаментлы һәм һыуһар төшөрөлгән Өфө гербы (ҡара: Гербтар) рәүешендәге биҙәктәр матурлап тора. Төп ишек башында балкон урынлашҡан. Бинала һыу ҡайнатыу өсөн ҡаҙанлы урыҫ мейесе, иҙәндә бетон баҙҙың люктары, лифт ҡуйылған булған.

1944—46 йй. архитекторҙар Г.В.Топуз, Фельдштейн, Фридман проекты б‑са бинаның 2‑се өлөшө төҙөлә (уң яҡтан корпус төкәтеп һалына). Бөтә композиция баҫҡыстар бүлмәһенән башланып, тура мөйөш б‑са киҫелешкән 2 коридорға нигеҙләнгән. Яңыртылған бинаның архитектураһында эклектика стиле һаҡланған: боронғо урыҫ һәм роман стилдәрендә эшләнгән эргә яҡтары (шлем һымаҡ һәм сатыр япмалы манаралар һ.б.) модерн стилендәге декор м‑н берләштерелгән. 1919 й. алып бинала төрлө йылдарҙа төрлө партия һәм дәүләт учреждениелары: Өфө губерна революцион ком‑ты (ҡара: Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты), БашҮБК Президиумы, БАССР ХКС, КПСС-тың һәм ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ттары, БАССР‑ҙың ЮС Президиумы, 1991 й. алып Милли музей урынлаш.

Әҙәб.: Костерин П.И. йорто мәҡ. ҡарағыҙ.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Крәҫтиән ер банкыһы.

Архитекторы Друккер. 20 б. башы фотоһы.

Текст на русском языке