АЛКИЛЛАШТЫРЫУ, органик берләшмә молекулаһына алкил төркөмдәрен индереү. Термик (юғары т‑ра һәм баҫым аҫтында) һәм каталитик (көкөрт, фосфор һ.б. к‑талар, бор фториды, алюмин һәм цинк хлоридтары, цеолиттар һ.б. ҡатнашлығында) А. айыралар. Башҡортостанда А. сәнәғәт ысулы 20 б. 40‑сы йй. аҙ. алып — Өфө нефть эшкәртеү заводында кумол, 50‑се йй. башлап Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һәм Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында алкилат етештереүҙә ҡулланыла. 60‑сы йй. башынан, фенолдарға полимер‑дистиллят (С12—С20) м‑н А. реакцияһы уҙғарып, майлау майҙарына присадкалар (ҡара: “Уфанефтехим”), бензолды этилен м‑н А. аша этилбензол (ҡара: Стирол) алалар. 90‑сы йй. уртаһынан, метил спиртын изобутилен м‑н алкиллаштырып, метил‑трет‑бутил эфиры (автомобиль бензиндарына кислородлы өҫтәмә) алалар (Өфө НЭЗ‑ы, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы). 80‑се йй. Башҡорт дәүләт университетында (Р.Н.Ғимаев, Ю.А.Прочухан) һәм Яңы Өфө НЭЗ‑ында (Ю.М.Максименко, П.Г.Навалихин һ.б.) изобутанды бутилендар м‑н көкөрт к‑таһы ҡатнашлығында А. процесын интенсификациялау өсөн технологик ҡорамал уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Аминдар, Нефтехимия синтезы, Ресурстарҙы һаҡлаусы технология, Элементорганик берләшмәләр.

Әҙәб.: Азингер Ф. Химия и технология моноолефинов. М., 1960; Дорогочинский А.З., Лютер А.В., Вольпова Е.Г. Сернокислотное алкилирование изопарафинов олефинами. М., 1970; Алкилирование. Исследование и промышленное оформление процесса. М., 1982.

Ж.Ф.Ғәлимов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.