КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ, а.х. производствоһы өлкәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеген бергә алып барған граждандар берекмәһе. К.(ф.)х. эшмәкәрлегенең төп төрҙәре: а.х. продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү, уны ташыу, һаҡлау һәм һатыу. К.(ф.)х. мөлкәте уның ағзаларының дөйөм милке булып тора, хужалыҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген юридик белеме булмаһа ла алып бара ала. К.(ф.)х. — аграр һәм ер реформаһының мөһим звеноларының береһе. К.(ф.)х. хоҡуҡи базаһын төҙөгән тәүге закон сығарыу акттары булып РСФСР‑ҙың 1990 й. 23 нояб. ҡабул ителгән “Ер реформаһы тураһында”, 1990 й. 22 нояб. ҡабул ителгән “Крәҫтиән (фермер) хужалығы тураһында” закондары, 1991 й. 25 апр. ҡабул ителгән РСФСР‑ҙың Ер кодексы һ.б. тора. Крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың, ауылдағы эшҡыуарлыҡтың артабанғы үҫеше 2003 й. 11 июнендә ҡул ҡуйылған “Крәҫтиән (фермер) хужалығы тураһында” Федераль законды, БР Президентының 1998 й. 26 ғин. ҡул ҡуйылған “Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса саралар тураһында”, 1999 й. 12 июлендә ҡул ҡуйылған “Башҡортостан Республикаһының айырым райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”, 1999 й. 12 июлендә ҡул ҡуйылған “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлығын үҫтереү һәм ярҙам күрһәтеү фондын төҙөү тураһында” Указдарын ҡабул итеүгә бәйле. К.(ф.)х. һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә («2012—2014 йылдар осорона башланғыс фермерҙарға ярҙам күрһәтеү», «2011—2013 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөт-малсылыҡ фермаларын үҫтереү» һәм «2012—2014 йылдарға ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы тармаҡ программалары, льготалы шарттарҙа кредиттар; дәүләт лизингы системаһы б‑са малсылыҡ өсөн тоҡом малын һәм технологик ҡорамалдар һатып алыу һ.б.). 2013 й. алып К.(ф.)х. үҫтереү һәм тауар етештереүселәрҙең конкуренцияға һәләтен арттырыу өсөн булдырылған “Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзы” эшләй. Респ. бөтә райондарында К.(ф.)х. район ассоциациялары төҙөлгән. БР‑ҙа 1990 й. ерҙәренең дөйөм майҙаны 863 га булған 26 К.(ф.)х. теркәлгән, 1991 й. — 742 хужалыҡ, 20 мең га; 1993 й. — 3336 хужалыҡ, 87,5 мең га. 2013 й. респ. 4800 К.(ф.)х. эшләй, сәсеү майҙандары 582,559 мең га тәшкил итә. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙең дөйөм күләмендә К.(ф.)х. өлөшө үҫә: 1,1%‑тан (2000) 6,0%‑ҡа тиклем (2012). Юғары үҫеш темптары үҫемлекселектең һәм малсылыҡтың төп продукттарын етештереүҙә өлгәшелгән. “Әғли” (И.А.Әғлиуллин), “Иҙиәтуллин Х.С. крәҫтиән (фермер) хужалығы” (Х.С.Иҙиәтуллин), “Ҡуш Бүләк” (М.Х.Латипов), “Тавра” (И.С.Ниғмәтйәнов), “Шәрәфетдинов” (А.А.Шәрәфетдинов), “Старт” (И.М. Шәрипов) К.(ф.)х. уңышлы үҫешә.

М.С.Ғөбәйҙуллин, З.И.Сәйетғәлиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Башҡортостанда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының үҫеш динамикаһы

Күрһәткестәр

2011

2012

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һаны

4799

4800

Сәсеү майҙаны, мең га:

524,001

582,559

ш. иҫ. иген

299,440

350,731

шәкәр сөгөлдөрө

6,432

6,597

көнбағыш

52,489

36,350

картуф

1,521

1,832

йәшелсә

0,879

0,643

Малдар һәм ҡош‑ҡорт һаны, мең баш:

һыйыр малы

 

79

 

93,8

ш. иҫ. һыйыр

30,6

36,7

сусҡа

24,1

22,4

һарыҡ һәм кәзә

58,9

82,8

йылҡы

17,7

23,3

ҡош-ҡорт

331,7

357,9

Бал ҡорто ғаиләләре, мең

36,9

61,8

Иген культуралары уңдырышлылығы, ц/га

19,2

12,7

А.х. продукцияһы етештереү, мең т:

иген

 

563

 

322,8

шәкәр сөгөлдөрө

154,6

108,5

көнбағыш

58,4

27,3

картуф

21,9

16,0

йәшелсә

19,6

8,8

ит

14,6

15,6

һөт

47,1

91,2

йомортҡа, млн дана

21,0

19,8

бал

498,3

941,3