КРЕСЛО‑КОЛЯСКАЛАР, терәк‑хәрәкәт аппараты функциялары боҙолған кешеләр, инвалидтар, оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ултырғыслы, таянсыҡтары һәм баҫҡыстары булған тәгәрмәсле техник хәрәкәт итеү саралары. Файҙаланыу шарттарына һәм тәғәйенләнешенә ҡарап бүлмә эсендә, саф һауала йөрөү, универсаль, юлда йөрөү, спорт [уҙыштар (ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияларҙа) һәм актив типтағы эш, спорттың уйын төрҙәре (теннис, баскетбол, фигуралы йөрөтөү һ.б.)] м‑н шөғөлләнеү өсөн К.‑к. бүленә. Башҡортостанда 1992 й. алып Өфө металл һәм пластмасса әйберҙәр заводында К.‑к. яһау һәм күпләп сығарыу башлана: 1994 й. — БК1А (оло кешеләр өсөн, универсаль, йыйылмалы), 1996 й. — БК15 (балалар һәм үҫмерҙәр өсөн, универсаль, йыйылмалы), 1998 й. — БК19 (церебраль паралич м‑н ауырыған балалар өсөн), 1999 й. — БК39 (файҙаланыусыны күтәреү һәм төшөрөү механизмы булған кресло‑каталкалар), 2000 й. — БК35 (ололар өсөн электр приводлы, универсаль), 2001 й. — БК42 (актив типтағы, спорт өсөн, ҡара: “Иҙел”) һәм уларҙың модификациялары.

В.П.Горбунов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке