КРЕМЕНЧУГ-АЛЕКСАНДРИЯ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. дек. 433‑сө уҡсылар див. булараҡ ойошторола, 1942 й. ғин. алып 214‑се уҡсылар див. (икенсе тапҡыр ойошторола). Див. составына 776‑сы, 780‑се һәм 788‑се уҡсылар һәм 683‑сө артиллерия полктары, айырым 20‑се танкыға ҡаршы артиллерия дивизионы, 403‑сө сапёр, 603‑сө элемтә һәм 364‑се мед.-санитария батальондары, 302‑се мотоуҡсылар разведка, 263‑сө автомобиль һәм 530‑сы химик һаҡланыу роталары, 91‑се зенит-артиллерия батареяһы инә. Див. Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре, Сталинград, Көньяҡ-Көнсығыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Үҙәк, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарының 1942 й. майынан 1‑се резерв (июлдән 64‑се), авг. — 1‑се гвардия, 4‑се танк һәм 24‑се, 1943 й. ғин. башлап 65‑се, майҙан — 5‑се гвардия, дек. алып — 52‑се армиялары составына, 1945 июненән — Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөнә инә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1942—43 йй. Сталинград һәм Курск һуғыштарында, Днепр өсөн һуғышта, 1944 й. Кировоград, Умань-Ботошань һәм Львов-Сандомир операцияларында, 1945 й. Сандомир-Силезия, Түб. һәм Үрге Силезия, Берлин һәм Прага операцияларында ҡатнаша. Һуғыштан һуң таратыла. “Кременчуг” һәм “Александрия” (1943 й. сент. һәм дек.) почётлы исемдәренә лайыҡ була. Див. 9 меңдән ашыу яугиры орд. һәм миҙалдар м‑н бүләкләнә, 10 кешегә, ш. иҫ. Е.О.Орсаевҡа, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 2‑се дәрәжә Суворов (1945) һәм 2‑се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Див. ком.: ген.-майор Н.И.Бирюков (1941—43), ген.-майор П.П.Дёмин (1943 й. июнь—июле), гвардия полк. Я.И.Бровченко (1943 й. авг.—окт.), подполк. С.С.Андрейко (1943 й. окт.); полк., 1944 й. алып ген.-майор Г.Н.Жуков (1943 й. окт. — 1946 й. һуң). Өфөлә 1941 й. дек. — 1942 й. апр. див. штабы урынлашҡан бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Бирюков Н.И. 200 дней в боях. Волгоград, 1963; Бикмеев М.А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

М.А.Бикмеев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке