КРЕКОВ Фёдор Андреевич (19.2.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Рождественский а. — 14.6.2007, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937—90 йй. Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһендә эшләй: кочегар, 1946 й. алып паровоз, 1955 й. — электровоз машинисы. Ленин (1959), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме м‑н электропоезд аталған.

Әҙәб.: Креков Ф.А. //Герои труда. Уфа, 2011.

А.Н.Безденежных

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: Ф.А.Креков

Текст на русском языке