КРАШЕНИННИКОВ Фёдор Павлович [27.1.1898, Өфө губ. Өфө өйәҙе Кувыков а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) – 16.2.1979, Ленинград], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1949), БАССР‑ҙың халыҡ (1955) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Үҙәк театр сәнғәте техникумын (Мәскәү; 1926) тамамлағандан һуң Мәскәү, Ташкент драма театрҙары, 1937—63 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актёры һәм бер үк ваҡытта 1947 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Ижады күп жанртематик йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала: классик репертуарҙа Мальволио (“Ун икенсе төн” — “Двенадцатая ночь”, У.Шекспир), Вурм (“Мәкер һәм мөхәббәт” — “Коварство и любовь”, Ф.Шиллер), Скалозуб (“Аҡыллылыҡ бәләһе” — “Горе от ума”, А.С.Грибоедов), Паратов (“Бирнәһеҙ ҡыҙ” — “Бесприданница”, А.Н.Островский), Стива (“Анна Каренина”, Л.Н.Толстойҙың ш. уҡ исемле романы б‑са); совет драматургияһы спектаклдәрендә Окаёмов (“Машенька”, А.Н.Афиногенов), Забелин (“Кремль куранттары” — “Кремлёвские куранты”, Н.Ф.Погодин), Доктор (“Онотолған әҙәм” — “Всеми забытый”, Н.Хикмәт) һ.б. образдар. Уҡыусылары араһында Р.П.Шабалина. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1955).

Әҙәб.: Волков‑Кривуша С. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа, 1959.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Ф.П.Крашенинников Засыпкин ролендә (“Алтын төбәктә” — “На золотом дне” Д.Н.Мамин‑Сибиряк). Лена – Е.А.Ярцева

Текст на русском языке