КРАШЕНИННИКОВ Павел Ильич, Ставрополь ҡалмыҡ корпусының суҡындырылған ҡалмыҡтарынан Уложенный комиссия депутаты. Ставрополь провинцияһы ҡалмығы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы. Ставрополь ҡалмыҡ корпусында хеҙмәт итә, хорунжий. 1767 й. аҙ. уға И.Н.Дербетев тарафынан депутат хоҡуҡтары тапшырыла (К. уның тәржемәсеһе була). Сауҙагәрҙәрҙең монополиялы сауҙаға дәғүә итеүенә ҡаршы була, казактарға крәҫтиәндәргә хужа булыу хоҡуғы биреү, хәрби хеҙмәт өсөн Рангылар табеле б‑са дворян титулы (ҡара: Дворянлыҡ) алыу положениеһының казак старшиналарына ла ҡарата ғәмәлгә индереү яғында була. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә, дворяндарҙың өҫтөнлөктәрен сикләү өсөн тауыш биргән депутаттарға ҡушыла. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) баш күтәреүселәр яҡлы була. 1777 й., ҡаҙна аҡсаһын туҙҙырған өсөн, депутат исеменән мәхрүм ителә.

Әҙәб.: Иванов Т. мәҡ. ҡарағыҙ.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке