АЛКАЛОИДТАР, (урта б. лат. alkali — һелте һәм гр. eidos — төр), составында азот булған тәбиғи сығышлы органик нигеҙҙәр. Структур яҡтан күп төрлөләр, физиологик активлыҡҡа эйәләр. А. — молекулалағы углерод‑азот каркасының төҙөлөшө (пиридин, хинолин, акридин, изохинолин, хиназолин, фенилэтиламин һ.б. төркөм, ш. уҡ стероидлы, колхицинлы, терпенлы һ.б. төркөм А.), һирәк осраҡта филогенетик билдәләре (бер затҡа ҡараған үҫемлектәр составындағы матдәләр бер төркөмгә индерелә) б‑са классификациялана. Башҡортостан флораһы алкалоидлы үҫемлектәргә бай: айыутабан, ҡамсат сәскә, биҙгәксән, сөйәл үләне, яҙ йондоҙо, йылан көпшәһе һ.б. А. (морфин, кофеин, кодеин, пилокарпин, галантамин, папаверин, атропин, резерпин, эфедрин, аймалин һ.б.) медицинала, ветеринарияла, эксперименталь мед. һәм биол. төрлө процестарҙың моделдәрен әҙерләгәндә ҡулланыла. Ҡайһы бер А. — көслө ағыуҙар (аконитин, стрихнин, тубакурарин, гелиотрин һ.б.).

Әҙәб.: Алкалоиды, растения, структура, свойства //Химия природных соединений. 1996. №1—6.

М.С.Юнысов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.