КРАШЕНИННИКОВ Николай Александрович (14.11.1878, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Илек ҡ., хәҙ. Соль‑Илецк ҡ., — 11.10.1941, Өфө), яҙыусы. МДУ‑ның юридик ф‑тын тамамлаған (1905). 1905—07 йй. “Новое слово” (“Яңы һүҙ”; Мәскәү) ж. мөхәррир‑нәшер итеүсеһе. “Туташтар” (“Барышни”; 1911), “Сафлыҡ” (“Девственность”; 1913), “Инсафлыҡ” (“Целомудрие”; 1925) романдары, “Мөхәббәт тураһында әкиәт” (“Сказка о любви”; 1912) повесы, “Бәләкәй Тася тураһында” (“О маленькой Тасе”; 1908) пьесаһы һ.б. авторы. К. әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө Башҡортостанға арналған. “Урман ҡарауылсыһы” (“Лесной сторож”; 1899) исемле тәүге хикәйәһендә, “Һүнә барыусы Башҡортостан” (“Угасающая Башкирия”; 1907) китабына ингән очерктарында колониаль сәйәсәт һөҙөмтәһендә бөлгөнлөккә һәм хәйерселеккә төшкән башҡ. халҡының ауыр тормошо, башҡ. ҡатын‑ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәле һүрәтләнгән. Әҫәрҙәрендә яҙыусы башҡорттарҙың үҙенсәлекле образдарын тыуҙыра, уларҙың рухи байлығын аса. “Әмилә” (“Амеля”; 1915) романының нигеҙендә — урыҫ дворян мөхитендә тәрбиәләнгән, ләкин үҙенең тыуған далаларына өҫтөнлөк биргән башҡ. ҡыҙы тарихы. 1941 й. яҙыусы соц. Башҡортостан т‑да хикәйәләр һәм очерктар серияһы яҙыу өсөн Өфөгә килә [“Яңы ер” (“Новая земля”) очеркын яҙып өлгөрә]. Әҫәрҙәрен башҡ. теленә С.Кулибай, Р.Ниғмәти, Н.Нәжми, Ә.И. Харисов һ.б. тәржемә иткән. К. “Рәхиләнең һыҡтауы” (“Плач Рахили”) пьесаһы б‑са Башҡорт драма театрында “Рәхиләнең күҙ йәше” спектакле ҡуйыла. Өфөлә К. исеме м‑н урам аталған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1951; Под солнцем Башкирии: рассказы. М. 1936; Невозвратное: повести. Уфа, 1987.

Әҙәб.: Узиков Ю.А., Наймушин П.А. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке