КРАХМАЛ (нем. Kraftmehl), (C6H10O5)n, үҫемлектәрҙең резервтағы төп углеводы. Төҫһөҙ аморф матдә, һалҡын һыуҙа, диэтил эфирында, этил спиртында эремәй; эҫе һыуҙа клейстер барлыҡҡа килтерә. Һыҙыҡлы (амилоза, 10—30%) һәм тармаҡланған (амилопектин, 70—90%) төҙөлөшлө 2 полисахарид ҡатнашмаһынан тора; мол. м. 106—109. Өлөшләтә гидролизлағанда — декстриндар, тулыһынса гидролизлағанда глюкоза барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер бактерияларҙың трансглюкозилазалары м‑н тәьҫир итешкәндә — циклодекстриндарға, амилазалар м‑н ферментатив тарҡатылғанда глюкозаға һәм глюкозо‑1‑фосфатҡа әүерелә; иод һәм поляр органик матдәләр м‑н клатраттар барлыҡҡа килтерә. Башҡ‑нда К. етештереү 20 б. 50‑се йй. аҙ. Асҡын йәшелсә киптереү комбинатында, “Ҡалтасы” совхоз-заводында, Суртан киптереү заводында (Дыуан р‑ны), Шафран киптереү комб‑тында (Әлшәй р‑ны) ойошторола. Картуфтан (17,5—29,4% К.) алғандар: К. картуф күшкәһенән йыуып сығарып, ҡалдыҡтарын айырғандан һуң барлыҡҡа килгән крахмал һөтөн тондороу һәм 37,5°С киптереү юлы м‑н айырып сығарғандар. Өфө витамин заводында 70‑се йй. башынан К. таблеткалар сығарыуҙа — тултырғыс, крахмал клейстерын (10%‑лы эретмә) дражены грануллағанда лубрикант сифатында ҡулланалар. К. мед. онтаҡтары, майҙары, пасталары составына инә, аҙыҡ‑түлектең төп өлөшөн тәшкил итә, патока, төрлө декстриндар, глюкон һәм лимон к‑талары һ.б. сығарыу өсөн файҙаланыла. Өфө ит‑консерва комбинатында һәм респ. башҡа ит эшкәртеү пр‑тиеларында колбасалар һәм ит паштеттары яһағанда К. — эмульсияларҙы стабилләштереүсе матдә, “Уфамолагропром” ААЙ‑нда модификацияланған К. (Е1422) йогурт продукттарының ҡуйыртҡысы сифатында файҙаланыла. К. ш. уҡ полиграфия һәм ҡойоу производствоһында, туҡыма әйберҙәр, елемдәр, ферменттар, антибиотиктар һ.б. биологик препараттар етештергәндә ҡулланыла.

 И.Ю.Понедельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке