КРАУН‑ЭФИРҘАР, циклы эсендә 12 йәки күберәк атом булған (уларҙың кәмендә 4‑һе — бер‑береһе м‑н этилен күперсектәре аша бәйләнгән гетероатомдар) синтетик макрогетероциклик полиэфирҙар. ИЮПАК номенклатураһы б‑са К.‑э. метилен төркөмдәре гетероатомдарға алыштырылған карбомакроциклдарҙың сығарылмалары итеп ҡарайҙар. Азакраун‑эфирҙарҙы (1 йәки бер нисә кислород атомы азот атомдарына алыштырылған), тиокраун‑эфирҙарҙы (1 йәки бер нисә кислород атомы көкөрт атомдарына алыштырылған), бензокраун‑эфирҙарҙы (1 йәки бер нисә бензол ҡулсалары м‑н конденсирланған), циклогексилкраун- эфирҙарҙы (1 йәки бер нисә циклогексан ҡулсалары м‑н конденсирланған) айыралар. К.‑э. атамаһында циклдағы атомдар һаны һәм гетероатомдар һаны күрһәтелә. (мәҫ., 12‑краун‑4, 1,10‑диаза‑18‑краун‑6, 1,7‑дитиа‑15‑краун‑5). К.‑э. — йәбешкәк шыйыҡлыҡтар йәки кристаллик матдәләр, органик эреткестәрҙә яҡшы эреүсәндәр, түбән К.‑э. һәм азакраун‑эфирҙар һыуҙа яҡшы эрей. К.‑э. химик үҙсәнлектәре гетероатомдың асылы, функциональ төркөмдәр булыуы һәм гетероциклдың үлсәме м‑н билдәләнә. К.‑э. натрий, калий, рубидий, цезий, кальций, стронций, барий һ.б. иондар м‑н комплекстар төҙөй (геом. параметрҙары К.‑э. ҡыуышлығына тура килгән катиондар м‑н төҙөлгән комплекстар башҡаларынан тотороҡлораҡ). Башҡортостанда К.‑э. химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. аҙ. ӨНИ‑лә башлана (Ю.Б.Зелечонок, С.С.Злотский, В.В.Зорин, Л.П.Иванова, Д.Л.Рахманҡолов). Ситке сылбырында алкиллы, гетариллы урын алыштырыусылар, бензокраун‑эфирҙарҙың аминлаштырылған сығарылмалары ингән К.‑э. синтезлау ысулдары, ш. уҡ К.‑э. поливинилпиридинда һәм винилпиридиндың сополимерҙарында иммобилизациялау ысулдары табыла. Уларҙың каталитик һәм комплекс барлыҡҡа килтереүсе үҙенсәлектәре билдәләнә. К.‑э. һәм уларҙың гетероаналогтарын бифункциональ электрофилдарҙы (дигалогеналкандар, дикарбон к‑таларының хлорангидридтары, n‑толуолсульфокислоталарҙың диэфирҙары һ.б.) бифункциональ нуклеофилдар (полиэтиленгликолдәр, ҡайһы бер өлөшө аминотөркөмдәргә алыштырылған ди‑ йәки полиаминдар, гликолдәрҙең тиааналогтары) м‑н нигеҙҙәр булғанда конденсациялау юлы м‑н, ш. уҡ молекулалар эсендә полиэтиленгликоль монотозилаттарын цикллау йәки этилен окисын циклоолигомерлаштырыу юлы м‑н алалар. К.‑э. металдарҙы айырыу, концентрирлау, таҙартыу, энантиомерҙарҙы айырыу, ион‑селектив датчиктар яһау өсөн, органик синтездың катализаторҙары, дарыу препараттары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары сифатында ҡулланалар.

Әҙәб.: Богатский А.В. Избранные труды. Киев, 1986; Гомолитическое алкилирование ароматических оснований 1,4‑диоксаном и его макроциклическими аналогами //Доклады Академии наук СССР. М., 1987. Т.297. №2; Гомолитическое алкилирование как метод синтеза краун‑содержащих полимеров //Там же. 1989. Т.304. №4.

В.В.Зорин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке