КРАУЗЕ Константин Павлович (8.2.1877, Калуга губ. Ржавец а. — 9.9.1964, Өфө), педагог. Проф. (1930). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1904). 1905 й. алып 2‑се Өфө ҡыҙ балалар гимназияһында уҡыта, 1919—27 йй. 4‑се Совет мәктәбе мөдире, бер үк ваҡытта 1919—37 йй. Өфө физика ин‑ты дир., БАХИ‑ның (1930—55), БДМИ‑ның (1944—48) физика каф. мөдире. Халыҡ мәғарифы ин‑тын (1919—20), Физика институтын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1919 й. башлап К. етәкс. Өфө уҡыу йорттары өсөн тәбиғәт фәндәрен бер үҙәктә — Өфө физика ин‑тында уҡытыу ойошторола һәм 20‑се йй. алып Башҡортостанда физика, биология һәм химия өлкәһендә системалы фәнни тикшеренеүҙәр башлана. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1953), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. 1998 й. БР ФА уның исемендәге премия булдыра.

Хеҙм.: Уфимский физический институт //Фронт просвещения. Уфа, 1921. №2-3; Уфимский физический институт //Культурное строительство в Башкирии за 15 лет. Уфа, 1934.

Әҙәб.: Ергин Ю.В. Уфимский физический институт (1919—1937). 2-е изд., доп. Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке