КРАУЗЕ Александр Сергеевич (17.11.1947, Һарытау ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨДАТУ‑ла, 2011 й. алып Молекулалар һәм кристалдар ин-тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре молекула-ара тәьҫир итешеүҙе, тирбәлеү спектроскопияһы алымдары м‑н шыйыҡлыҡтарҙағы яҡын динамик тәртипте тикшереүгә арналған. К. тарафынан шыйыҡлыҡтарҙағы төрлөсә тәьҫир итешкән молекулаларҙың динамикаһы яҡтылыҡтың комбинацион сәселеүе спектроскопияһы алымын ҡулланып өйрәнелә. Һыҙаттарҙың контурҙары формаһының шыйыҡлыҡтарҙа молекулаларҙың үҙ-ара урынлашыуы м‑н бәйләнешле булыуы асыҡлана. Тикшеренеү һөҙөмтәләре шыйыҡлыҡ лазерҙары өсөн актив мөхит һайлағанда һәм шыйыҡ фазала үтә тиҙ химик реакцияларҙы өйрәнгәндә файҙаланыла. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Об эффекте несовпадения максимумов в спектрах изотропного и анизотропного рассеяния света жидкостей //Оптика и спектроскопия. 1996. Т.81. №6 (авторҙ.); Структура ассоциатов в водных растворах тетраметилмочевины по данным спектроскопии комбинационного рассеяния света //Журнал физической химии. 2012. Т.86. №1 (авторҙ.).

Б.Ғ.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке