КРАСЮКОВ Александр Фёдорович (1896 й. авг., Һарытау губ. Дубовка посады — 1988, Львов ҡ.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1967). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1943). Беренсе донъя һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленинград химия‑технология ин‑тын тамамлай (1936). 1912 й. алып Донецк күмер бассейны шахталарында эшләй, 1937 й. Грозный нефть ҒТИ‑нда төркөм етәксеһе, лаб. начальнигы. 1950 й. башлап Нефть сәнәғәтенең Өфө ҒТИ‑нда (өлкән ғилми хеҙм‑р, 1951 й. лаб. етәксеһе), 1956 й. — Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (лаб. етәксеһе, сектор мөдире), 1968 й. — Грозный нефть ҒТИ‑нда. Фәнни хеҙмәттәре каталитик һәм термик крекинг, кокслаштырыу процестарын тикшереү м‑н бәйле. К. ҡатнашлығында илдә етештерелгән 43‑102 тибындағы каталитик крекинг системаһы уйлап табыла һәм термик крекинг ҡоролмаһы камиллаштырыла. К. кокслаштырыу процесы теорияһын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә, илдә тәүгеләрҙән нефть кокстарын етештереү һәм файҙаланыу технологияларын эшләй. Уның тарафынан кубтар эсендә периодик кокслаштырыу технологияһы уйлап табыла (илдең нефть эшкәртеү з‑дтарында индерелгән), Яңы Өфө НЭЗ‑ында урынлаштырылған тәүге ҡоролмала яйлатып кокслаштырыу технологияһы камиллаштырыла. Илдәге берҙән‑бер кокслаштырыу лаб. ойоштороусы. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Нефтяной кокс. (Технология, свойства). М., 1963

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке