КРАСОВСКИЙ Владимир Олегович (11.12.1949, Архангельск ҡ.), санитар табип. Мед. ф. д‑ры (2002). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Ростов мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Ҡалмыҡ АССР‑ының, Куйбышев өлк., Төрөкмән ССР‑ының санитария‑эпидемиология станцияларында эшләй. 1983 й. алып Өфөлә: БДМИ‑ла, 1984 й. майынан 21‑се дауаханала бүлек мөдире, 1984 й. нояб. Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда (1993 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. бүлек етәксеһе, 2006 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р, 2012 й. алып хеҙмәт гигиенаһы һәм физиологияһы бүлеге мөдире), бер үк ваҡытта 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре шәхес өсөн хеҙмәт шарттары б‑са зарарһыҙ стаждың медик‑матем. моделен әҙерләү, халыҡ һаулығының проф. һәм экологик хәүефтәре концепцияһы мәсьәләләренә, хеҙмәт гигиенаһында прогнозлаусы иҫкәртеү ысулдарын эшләүгә арналған. К. тарафынан эшләгән кешеләрҙең функциональ торошон интеграль баһалау өсөн биотемпоүлсәүҙәр методикаһы тәҡдим ителә. 370‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Физиолого‑гигиеническая диагностика безвредного стажа по условиям труда. Уфа,  2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке